top of page
Избранные посты
Недавние посты

Ах, эти выпускные


Май айының йәмле көнөндә "Тейенкәй" балалар үҫтереү үҙәгегең "Йәйғор " төркөмө ҡошсоҡтарын оҙон мәктәп юлына оҙаттыҡ.

Сығарылыш кисәһендә балаларға ярҙамға Фиксик геройҙары килде. Улар менән бергәләп балалар рәхәтләнеп бейенеләр, уйындар уйнанылар, мәсьәләләр систеләр, төрлө һынауҙар аша үттеләр. Троянус вирусының һынауҙарын да уңышлы үттеләр. Фиксиктар ролен логопед - уҡытыусылар Резида Мөнир ҡыҙы, Руфина Фәрит ҡыҙы, Троянус вирусы ролен башҡорт теле уҡытыусыһы Илюзә Рәсүл ҡыҙы уңышлы башҡарҙылар.

Сценарий, бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы уңышлы һайлаған өсөн рәхмәтебеҙҙе дәртле һәм киң дарманлы музыка етәксеһе Гәүһәр Рамаҙан ҡыҙына еткерәбеҙ!

Ә киләсәктә мәктәп һынауҙарын да еңел һәм уңышлы үтеүҙәрен үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙгә теләйбеҙ. Аҡ юл һеҙгә!

bottom of page